+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Май 2018, 11:55

Шахмат турниры уҙҙы

17-18 майҙа Федоровка 1-се мәктәбендә “Гамбит” шахмат клубы беренсе синыф уҡыусылары араһында шахмат буйынса шәхси беренселек үткәрҙе. Йыл дауамында беренсе синыф уҡыусылары шахмат буйынса ФГОС программаһы буйынса шөғөлләнде

72 беренсе синыф уҡыусыһының 36-һы һайлап алыу ярыштарын үтеп, финалда осрашты. Турнир швейцар системаһы буйынса алты турҙа үтте. Һәр ҡатнашыусыға бөтә партияға 10 минут бирелде. Малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында кубок айырым уйнатылды.

Малайҙар араһында бөтә партияларҙы ла отоп, беренсе урынға Андрей Батманов (1-се мәктәп) сыҡты һәм беренсе синыф уҡыусыһы кубогын яуланы. Икенсе урынды Данияр Мөрсәлимов һәм Нурислам Ниғмәтуллин (2-се мәктәп) үҙ-ара бүлеште, Әмир Исмәғилев менән Эльмир Заһиҙуллин (1-се мәктәп) 3-сө урынға лайыҡ булды.

Иң матур партия өсөн Әмир Исмәғилев грамота менән бүләкләнде. Иң йәш ҡатнашыусылар Әмир Үтәғолов (2-се мәктәп) һәм Арина Шәүәлиева (1-се мәктәп). Улар грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр алды.

Ҡыҙҙар араһында Әҙилә Хәйбуллина (2-се мәктәп) 1-се урынды лайыҡлы яҡлап, кубок яуланы, 2-се урынды-Йәсминә Иванова (1-се мәктәп) һәм Камышлова Катя (2-се мәктәп) үҙ-ара бүлеште, 3-сө урында- Вилена Арыҫланова (2-се мәктәп) һәм Эльвина Ғөбәйҙуллина (2-се мәктәп).

Бүләкләү тантанаһында райондың әлеге чемпионы, күп тапҡыр республика ярыштары призеры Динә Ниғмәтуллина (Федоровка 2-се мәктәбенең 10 синыфы) ҡыҙҙарҙы ҡотланы. Малайларҙы республика ярыштары призеры Әмир Хәйбуллин (Федоровка 2-се мәктәбенең 5 синыфы) бүләкләне.

Призерҙар йәштәр эштәре һәм спорт комитеты грамоталары һәм миҙалдары, бөтә ҡатнашыусылар иҫтәлекле сувенирҙар һәм татлы приздар менән бүләкләнде.

Бындай ярыштар йыл да синыфтарҙа уҡыу йылы тамамланғанда үткәрелә. Балаларҙа логик фекерләү формалаша, хәтер, иғтибар, тиҙ ҡарар ҡабул итеү, тырышлыҡ, түҙемлек, теүәллек үҫешә, бер-береңә ихтирам, алдан уйлай һәм шахмат таҡтаһы артында үҙеңде тота белеү тәрбиәләнә.

Өҫтәмә белем биреү педагогы Дамир Кәшәев: “Һуңғы турға тиклем көслө алыш барҙы. Ата-әсәләр ҙә ныҡ тулҡынланды. Уларҙың балаларын шахматҡа өйрәтеүҙә ҡыҙыҡһыныуҙарын күреүе ҡыуаныслы булды. Артабан да балаларҙың шахмат турнирҙарында уларҙың ҡатнашыу теләгенә ҡаршы килмәүҙәрен теләр инем”, - тип билдәләне.


Оксана БУРКИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: