Был эстафетаға билдәле йәмәғәтселек һәм гуманитар эшлеклеһе, тыныслыҡты яҡлаусы, күп ҡырлы ижади шәхес һәм спортсы Шри Чинмой (1931-2007) нигеҙ һалған. 1987 йылда эстафета булдырылғандан бирле унда миллионлаған кеше ҡатнашҡан. 30 йыл эсендә факел тотоп йүгереүселәр 155 илдә булған, 600 мең км ара үткән, шул иҫәптән илебеҙ территорияһы буйынса 220 мең км. Унда “тыныслыҡ минән башлана” марафон идеяһын хуплаусы, Ер йөҙөндә дуҫлыҡ, берҙәмлек өсөн йән атыусы ирекмәндәр ҡатнаша.
12 июндә, Рәсәй көнөндә, Төмән ҡалаһында Рәсәйҙең Көнбайыш һәм Көнсығыш ике төп тармағы старт алған. Байрам фестивале Ставрополдә Көнбайыш тармағы финишында Халыҡ-ара тыныслыҡ көнөнә - 21 сентябргә планлаштырылған. Көнсығыш тармағы финишы Владивостокта 24 августа буласаҡ. Көнбайыш тармағы марафонсылары нәҡ районыбыҙ аша йүгереп уҙҙы. Фёдоровкалар уларҙы икмәк-тоҙ, ҡымыҙ, Һәйет ауылы эргәһендә ҡурай моңо менән ҡаршыланы. Мәләүез районынан эстафетаны ҡабул итеп, спортсыларыбыҙ Ключевка ауылы яғына йүгерҙе. Улар араһында ғүмере буйы спортҡа ғашиҡ кешеләр һәм, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, марафонсыларға ҡушылыусылар ҙа бар. Балаларға ололар менән бер командала булыуы оҡшаны. Юрматы ауылынан педагог- ветеран Тимербулатов Ринат Йәүҙәт улы үҙенең алты ейәнен алып килгәйне. Кесеһенә ни бары 3 кенә йәш. Ҡулдарына факел тотоп барыуҙан балаларҙың шатлығы эсенә һыйманы. Шулай булмай ни, көн дә бындай ваҡиға булмай бит.
Ключевканан ирекмәндәр Бала Сытырманға йүгерҙе, унда уларҙы юл буйында шар тотоп баҫҡан ауыл халҡы ҡаршыланы. Теләге булған һәр кем ҡулына факел тотоп, фотоға төштө. Артабан марафонсылар Фёдоровкаға юлланды. Балыҡлы ауылы тирәһендә уларға спорт энтузиастары ҡушылды. Район үҙәгенә ингәндә 92-се Янғын часы эргәһендә уларға ирекмәндәр ҡушылды.
Район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда тантаналы көй яңғыраны, халыҡ йыйылды, ҡыҙыҡһынып был хәрәкәтте күҙәтте. Муниципаль район башлығы Венер Фәрит улы Насретдинов “Тыныслыҡ хаҡына йүгереү”селәрҙе сәләмләне, уға артабан тағы ла күберәк сәләмәт тормош рәүешен алып барыусыларҙың ҡушылыуын теләне. Ҡунаҡтарға районыбыҙ тураһында китап бүләк итте.
“Тыныслыҡ хаҡына йүгереү”ҙе ойоштороу комитеты рәйесе Егоров Николай Иванович был эстафета хаҡында һөйләне һәм Венер Фәрит улына йылы ҡунаҡсыллығы, районда эстафета яҡшы ойошторолоуы өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы. Шулай уҡ марафонда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе. Команданың һәр ағзаһы үҙе менән таныштырҙы, һөйләп үтте. Ижау, Ульяновск, Иваново, Ҡаҙахстан, Белгород, Ставрополь, Чебоксар, Смоленск һ.б. килгән спортсы-ирекмәндәрҙең төрлө ауылда берләшеп, йыл һайын дуҫлыҡ факелын ауылдан-ауылға, ҡаланан-ҡалаға йөрөтөүе ҡыуаныслы. Бергәләшеп улар билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскә һалды. Артабан теләге булғандар факелға тотондо һәм планетабыҙ халҡына аяҙ күк йөҙө теләне. Майҙандан район башлығы, “Тыныслыҡ хаҡына йүгереү”селәр командаһы, Фёдоровка спортсылары Стәрлебаш районы сигенә табан йүгерҙе. Унда күршеләребеҙ милли аш-һыу, гармунда уйнап, дәртле бейеү менән ҡаршыланы. Венер Фәрит улы факелды Стәрлебаш районы башлығы Туҡтаров Фәнүр Зөфәр улына тапшырҙы, изге теләктәрен белдерҙе.
Факел башҡа райондарға, ҡалаларға юл тотто, күңелдәрҙә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы...