+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Август 2018, 11:19

Сәләмәт булайыҡ!

Сәләмәтлек -һәр кемдең иң ҙур байлығы. Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауҙың иң яҡшы ысулы – спорт менән шөғөлләнеү. Спорт – батырлыҡ, теүәллек, иң мөһиме – маҡсатсан булыуҙы тәрбиәләй.

Федоровка ауылының ял паркында балалар китапханаһы “Спорт һәм сәләмәтлек” исемле уйын-сәйәхәт ойошторҙо. Китапханасы Е. Ю. Иманғолова балаларға “Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух” әйтеменең барлыҡҡа килеүен һөйләне.

Уйын барышында балалар иң популяр спорт төрҙәрен иҫкә алды, организмдары, дөрөҫ туҡланыу һәм көндәлек режим хаҡында күпте белде. Балалар спорт яратыуҙарын дәлилләне һәм спорт викторинаһындағы һорауҙарға тиҙ һәм теүәл яуап бирҙе.

Көн һалҡынса булыуына ҡарамаҫтан, барыһы ла ыңғай тәьҫораттар алды. Сара аҙағында балаларға татлы приздар тапшырылды.

Е. ИМАНҒОЛОВА,

Федоровка балалар китапханаһы

китапханасыһы.
Читайте нас: