+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Октябрь 2018, 11:11

Батыр исемен кем яулар?

2018 йылдың 2 ноябрендә Фёдоровка физкультура-һауыҡтырыу комплексында Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы ирҙәр спорт фестивале уҙасаҡ. Башлана-10.30 сәғәттә.

Ирҙәр фестивале физик күнекмәләр менән даими шөғөлләнеү, әүҙем ял өсөн шарттар булдырыу, ир-егеттәрҙең сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу, һауыҡтырыу-спорт эшен камиллаштырыу, физкультура һәм спортты, ирҙәр араһында сәләмәт тормош рәүешен агитациялау һәм пропагандалау, республика ирҙәр фестивалендә ҡатнашыу өсөн район йыйылма командаһын комплектлау маҡсатында үткәрелә.

Ярыштарҙа ҡатнашыуға район ойошмалары, учреждениелары һәм предприятиеларынан 18-24 йәшлек, 25 йәштән 34 йәшкәсә, 35 йәштән 44 йәшкәсә, 45 йәштән өлкәнерәктәр саҡырыла. Спорт формаһы булыуы мотлаҡ.

Фестиваль программаһында- дартс- сәпкә ҡаҙау ырғытыу, урындан оҙонлоҡҡа һикереү, баскетбол тубын кәрзингә ырғытыу (10 тапҡыр), көс гимнастикаһы- ҡулдар менән арҡыры бурсаға тотоноп кәүҙәне күтәреү (3 минут дауамында), ҡайыҡ йүгереү, ҡатнаш эстафета, “Фёдоровка районы батыры-2018” конкурсы.

Судьялар коллегияһы “Фёдоровка районы батыры” фестивалендә еңеүсене һәр йәш төркөмөндә билдәләйәсәк.

Шәхсән заявкалар килгән көндә судьялар коллегияһына бирелә. Ҡатнашыусыларҙың үҙҙәре менән паспорты, социаль номеры, дәүләт пенсия страховкалау таныҡлығы булыуы мотлаҡ.

Белешмәләр 2-73-87 телефоны буйынса.
Читайте нас: