+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Ноябрь 2018, 12:39

Пьедесталда - биш батыр

Фёдоровка физкультура-һауыҡтырыу комплексында район ир-егеттәр спорт фестивале уҙҙы. Иң көслө, етеҙ, спорт яратыусы биш ир-егет “Район батыры- 2018” исеменә лайыҡ булды.

Фестиваль программаһы буйынса ирҙәр һайғауҙа күтәрелеүҙә, дартста, тупты баскетбол кәрзиненә ырғытыуҙа, урындан оҙонлоҡҡа һикереүҙә, ҡайыҡ йүгереүҙә һәм ҡатнаш эстафетала ярышты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирҙәр командалары былтырғы менән сағыштырғанда, әҙерәк ине. 14 ауыл советы ауыл биләмәһенән ярыштарҙа Пугачев, Бала Сытырман, Динес ( команда составында ауыл биләмәһе башлығы Р.С. Ғафаров та булды), Михайловка һәм Үрге Яуыш ауыл биләмәләре командалары ҡатнашты. Фёдоровка ауылы ойошмаларынан һәм предприятиеларынан ветеринария хеҙмәте, 92-се янғын часы хеҙмәткәрҙәре һәм Фёдоровка 2-се мәктәбе спортсылары ҡатнашты.

18-24 йәшкә тиклемгеләр категорияһында беренсе урынға Әбдрәшитов Илфат (Юрматы), икенсегә- Русаков Алексей (Динес), өсөнсөгә Ясаков Семен (Бала Сытырман) сыҡты.

25-34 йәшлектәр араһында беренселекте Алмаз Ханнанов (Юрматы) яуланы, икенсе урында- Ғәлиев Ринат (Динес), өсөнсө- Аҡсурин Рүзил (Батыр).

35-44 йәшлектәр араһында беренсе урында- Әлибаев Айбулат (Бала Сытырман), икенселә- Тарасюк Евгений (ветеринария хеҙмәте), өсөнсөлә- Хәйруллин Дамир (Юрматы).

45 йәшлектәр һәм унан өлкәнерәктәр араһында беренсе урында Ҡотлогилдин Айҙар (Бала Сытырман), икенсе- Мөрсәлимов Искәндәр (Фёдоровка 2-се мәктәбе), өсөнсө- Дашкин Рифат.

Быйыл 55 йәштән өлкәнерәктәр ҙә ҡатнашты. Унда Әхмәров Талха (Оло Сытырман)-беренсе, Мөхтәров Рәис (Үрге Яуыш)- икенсе, Тимербулатов Ринат (Юрматы) өсөнсө булды.

Ҡатнаш эстафетала баласытырмандар беренсе урын яуланы, ветеринария станцияһы- икенсе, Пугачев ауыл биләмәһе спортсылары өсөнсө урынға сыҡты. Дөйөм команда зачетында баласытырмандар еңде.

“Фёдоровка районы батыры-2018” исеменә Әбдрәшитов Илфат, Ханнанов Алмаз, Әлибаев Айбулат, Ҡотлогилдин Айҙар, Әхмәров Талха лайыҡ булды. Уларға таҫмалар тағылды, Кубоктар һәм Маҡтау грамоталары тапшырылды. Спорт төрҙәре буйынса еңеүселәргә һәм призерҙарға фестиваль сиктәрендә Почет грамоталары тапшырылды.


Ғ. РАМАҘАНОВ,

йәштәр эштәре һәм спорт буйынса комитет рәйесе.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: