+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Апрель 2019, 12:00

“Спорт һәм матурлыҡ”

7 апрелдә Юлдаш ауыл китапханаһында “Спорт һәм матурлыҡ” спорт-уйын программаһы үтте.

7 апрелдә Юлдаш ауыл китапханаһында “Спорт һәм матурлыҡ” спорт-уйын программаһы үтте. Сара башында балаларға спорт һәм матурлыҡ һүҙҙәренең мәғәнәләре тураһында һөйләнеләр. Балалар “Бер ҡасан да ауырмағыҙ” әңгәмәһендә ҡатнашты, сәләмәтлек тураһында әйтемдәрҙе, кеше организмы өсөн көн һәм туҡланыу режимы, сынығыу һәм спорт менән шөғөлләнеү, витаминдар һәм микроэлементтар мөһимлеге тураһында иҫкә төшөрҙө. Күңелле музыка аҫтында рәхәтләнеп зарядка эшләнеләр. Артабан балалар команда уйындарында ҡатнашты.
Читайте нас: