0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Июль 2019, 18:05

Урамға урам

Ике урам командалары футбол буйынса ярыш ойошторҙо.

9 июлдә кисен Динес ауылы мәктәбе ҡаршыһындағы спорт майҙансығында ике команда йыйылды. Болон һәм Ашҡаҙар урамдары малай һәм ҡыҙҙары футбол буйынса үҙ-ара ярыш үткәрергә булды. Болон урамы командаһы өсөн икенсе майҙансыҡта уйнауы баштараҡ ғәҙәти булмаһа ла, улар тиҙ арала өйрәнеп киттеләр. Ә атай-әсәйҙәре, өләсәйҙәре, апайҙары хуплап тороуҙарын ишеткәс, тағы ла мауығыбыраҡ уйнай башланылар. Майҙансыҡта был тиклем шау-шыулы һәм күңелле булғаны юҡ ине әле. Быны ишетеп, күрше йорттарҙа йәшәүселәр ҙә уйынды ҡарарға килде. Ә Динес ауыл мәҙәниәт йорто художество еткәсеһе Гөлсәсәк Ғафарова түҙеп торманы, үҙе йәшәгән Ашҡаҙар урамы командаһы өсөн уйнарға төштө. Ярыш һөҙөмтәһендә Болон урамы командаһы көнәркәштәрен 4:2 иҫәбе менән еңде. Уйын араһындағы тәнәфестәрҙә балалар Динес ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Рәсим Сәйфулла улы Ғафаров алып килгән алма һуты һәм ҡалас менән тамаҡ ялғарға өлгөрҙө. Сара бөтәһенә лә оҡшаны, хатта өйҙәренә таралғылары килмәй торҙолар. Бер аҙнанан ярышты ҡабатларға һүҙ ҡуйыштылар.
Читайте нас: