+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Июль 2019, 12:51

Алмаз Фәйзуллин зарядка үткәрҙе

Бында бөтәһе лә спорт һәм сәләмәтлек яҡлы!

Бөгөн төбәк эстафетаһы – “Йондоҙ менән зарядка” акцияһы үткән Федоровка ауылы район мәҙәниәт йорто ҡаршыһындағы майҙанда иң әүҙем, иң спорт яратыусы кешеләр йыйылды. Күңелле музыка аҫтында хәрәкәттәрҙе улар гер спорты буйынса Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй чемпионаттары, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара ярыштар чемпионы һәм призеры Фәйзуллин Алмаз Ренат улы артынан ҡабатланы. Бөгөнгө сараның сәләмәтлек яғына ҙур аҙым булыуына өмөтләнәбеҙ. Әйҙәгеҙ әүҙемерәк булайыҡ, сәләмәтлегебеҙҙе ҡайғыртайыҡ – иртән гимнастика эшләйек, спорт менән шөғөлләнәйек. Сәләмәтлек бит ул иң ҙур байлыҡ, уны һаҡларға кәрәк.
Читайте нас: