+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Август 2019, 13:30

“Йәшел фитнес” кәйефте күтәрҙе

Сәләмәтлеген ҡайғыртып тороусы, физик күнегеүҙәр яратыусылар кисә кис Федоровка ауылындагы район мәҙәниәт йорто артындағы паркҡа килде.

Сәләмәтлеген ҡайғыртып тороусы, физик күнегеүҙәр яратыусылар кисә кис Федоровка ауылындагы район мәҙәниәт йорто артындағы паркҡа килде. Уларҙы йылмайып тренер Оксана Ильясова ҡаршы алды. Артабан тренер еңел генә, әммә һөҙөмтәле күнегеүҙәр күрһәтте, ҡалғандар уның артынан ҡабатлап барырға тырышты. Хатта әсәһе менән килгән “Йәшел фитнестың” иң кескәй ҡатнашыусыһы ла тырышып бөтә күнегеүҙәрҙе башҡарҙы. Социаль-спорт хәрәкәтендә ҡатнашыусылар буй-һындарын матурлау, хәлдәрен һәм ҡиәфәттәрен яҡшыртыу өсөн саралар комплексын ғына белеп ҡалманы, дәрт-дарман алды һәм кәйефтәрен күтәрҙе.
Читайте нас: