+20 °С
Облачно
Спорт
31 Декабря 2020, 21:00

Йөҙөүселәребеҙ - афариндар!

Районыбыҙҙың хәрби хәрәкәттәр ветерандары командаһы Салауат ҡалаһынан еңеү яулап ҡайтты.

Улар Башҡортостан Республикаһы көньяғының хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылары араһында үткәрелгән Яугир-интернационалистар көнөнә бағышланған йөҙөү буйынса Асыҡ ярыштарҙа ҡатнашты. Ярыштар 18 февралдә “Алмаз” бассейнында уҙҙы. Һөҙөмтәләр ике йәш категорияһы буйынса билдәләнде. Йөҙөүселәргә ирекле стилдә 50 метр араны үтергә кәрәк ине. 25-40 йәшлектәр төркөмөндә федоровкалар көнәркәштәренә бер мөмкинлек тә ҡалдырманы, призлы өс урынды ла яуланы. Почет баҫҡысына Эльвир Ғөзәйеров, Сергей Григорьев һәм Евгений Тарасюк менде. Улар миҙалдар һәм дипломдар менән бүләкләнде. Ветерандар хәрәкәтен үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡан һәм йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләгән өсөн Фёдоровка районы хәрби хәрәкәттәр ветерандары йәмәғәтселеге рәйесе, запастағы подполковник Р. Ғибаҙуллинға Почет грамотаһы тапшырылды.

Читайте нас