-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Апрель 2021, 09:17

Башҡортостандан скалолаз Артем Хәбибуллин Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалын яуланы

20-24 апрелдә Төмән ҡалаһында ҡаяға үрмәләү буйынса бер юлы өс мөһим Рәсәй турниры – Рәсәй чемпионаты, Рәсәй Кубогы һәм Бөтә Рәсәй ярыштары үтте.

20-24 апрелдә Төмән ҡалаһында ҡаяға үрмәләү буйынса бер юлы өс мөһим Рәсәй турниры – Рәсәй чемпионаты, Рәсәй Кубогы һәм Бөтә Рәсәй ярыштары үтте.
Өфө ҡалаһының «Спартак» олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Артем Хәбибуллин (тренеры Руслан Ғәликәйев) 15 метрлыҡ дистанцияны 06, 137 секундта үтеп, икенсе урынды яуланы. Ярышта Артем үҙенең шәхси рекордын да ҡуйған.
Республикала «Демография» милли проектының «Спорт – тормош нормаһы» төбәк проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Уға ярашлы, физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүсе халыҡ өлөшө 2024 йылға 55 процентҡа, 2030 йылға 70 процентҡа етергә тейеш.
#ДемографияМиллиПроекты
#СпортТормошНормаһы
#МиллиПроекттарБашҡортостан
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://mmps.bashkortostan.ru/ә Рәсәй Кубог
Читайте нас: