-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Май 2021, 09:14

Башҡортостан боксеры Артур Собханҡулов Сербияла Халыҡ-ара ярыштарҙа көмөш миҙал яуланы

Сербияла бокс буйынса халыҡ-ара ярыштары тамамланды. Турнирҙа донъяның 38 иленән спортсылар ҡатнашты.

Сербияла бокс буйынса халыҡ-ара ярыштары тамамланды. Турнирҙа донъяның 38 иленән спортсылар ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы данын Артур Собханҡулов яҡланы. Боксер өсөн был ярыштар оҙайлы ваҡыттан һуң тәүге тапҡыр көс һынау булды – ҡулы йәрәхәтләнгәндән һуң ул ете ай рингҡа сыҡмаған булған. 28 апрелдә, финал алышында Артур Ҡаҙағстан вәкиле менән осрашҡан. Алыш һөҙөмтәләре буйынса Собханҡулов көмөш миҙал яулаған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда «Демография» милли проектының «Спорт – тормош нормаһы» төбәк проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Уға ярашлы, физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүсе Рәсәй халҡы һаны 2024 йылға 55 процентҡа, 2030 йылға 70 процентҡа етергә тейеш.
#ДемографияМиллиПроекты
#СпортТормошНормаһы
#МиллиПроекттарБашҡортостан
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://mmps.bashkortostan.ru/Рәсәй
ә Рәсәй Кубог
Читайте нас: