Башҡортостан Республикаһы бындай форматтағы сараларҙы тәүге тапҡыр ғына үткәрмәй. Йыл һайын ҡатнашыусылар һаны арта бара. Уларҙы донъя кимәлендә билдәле спорт йондоҙҙары ҡатнашлығындағы төрлө йүнәлештәрҙәге бай программа: «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» титулына күп тапҡырҙар эйә булған Эльбрус Ниғмәтуллиндан тантаналы шоу, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаларынан грэпплинг, бокс, грек-рим көрәше буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ММА буйынса оҫталыҡ дәресе һәм башҡалар көтә.
Теләгән һәр кеше спортсылар менән аралаша, спорт төрҙәре тураһында белә, баскетбол, еңел атлетика, теннис, арҡан тартыу, гер спорты, каратэ, шашкалар, өҫтәл теннисы, армрестлинг, бокс буйынса ярыштарҙа ҡатнаша, шулай уҡ ГТО нормаларын тапшыра аласаҡ.