+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Август 2021, 09:23

Бөрө ҡалаһының спорт мәктәбендә атыу өсөн йәйәләр барлыҡҡа киләсәк

Ун спорт классик йәйәһе, уҡтар һатып алыу планлаштырыла.

Бөрө ҡалаһының спорт мәктәбендә атыу өсөн йәйәләр барлыҡҡа киләсәк
Бөрө ҡалаһының спорт мәктәбендә атыу өсөн йәйәләр барлыҡҡа киләсәк

«Спорт – тормош нормаһы» төбәк проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Бөрө районы муниципаль район хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһы Бөрө районы муниципаль районының Йәйәнән атыу буйынса спорт мәктәбе муниципаль автономиялы учреждениеһы араһында килешеү төҙөлгән.

          1 815 229 һум бюджет аҡсаһы алынған, шуларҙың 1 724 467,3 һумы – республика бюджетынан, 90 761,7 һум – муниципаль район бюджетынан.

          Бөгөнгө көндә йәйәнән атыу буйынса инвентарь һатып алыуға электрон формала асыҡ аукцион тураһында конкурс документацияһын әҙерләү тамамланған, техзадание эшләнгән, коммерция тәҡдимдәре йыйылған. Ун спорт классик йәйәһе, уҡтар һатып алыу планлаштырыла.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://birsk.bashkortostan.ru/

Автор:Алия Вахитова
Читайте нас: