+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Октябрь 2021, 08:45

Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө үтте

«Спорт – тормош нормаһы» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә октябрҙә Өфөлә Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө-2021 үтте. Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө бөтә донъя буйынса октябрҙең тәүге ял көндәрендә «Спорт бөтәһе өсөн дә» Халыҡ-ара Ассоциацияһы эгидаһы аҫтында үткәрелеүсе Бөтә донъя йәйәү йөрөү көнөнөң өлөшө булып тора.

          Йәйәү йөрөү көнөн Рәсәй Олимпия комитеты Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттарында ла йәйәү йөрөүҙе һаулыҡты һәм физик форманы һаҡлау өсөн уңайлы булған физик әүҙемлелек төрө булараҡ популярлаштырыу маҡсатында үткәрә.

          2015 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһы йыл һайын был спорт сараһын үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://sport.bashkortostan.ru/

Автор:Алия Вахитова
Читайте нас: