+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Ноябрь 2021, 09:17

Күмертау ҡалаһы Башҡортостан Республикаһының аэробика буйынса Кубогын ҡаршыланы

Октябрҙә Күмертау ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының спорт аэробикаһы буйынса Кубогы үтте. Ярыштар «Демография» милли проектының «Спорт – тормош нормаһы» төбәк проекты эгидаһы аҫтында уҙҙы.

Күмертау ҡалаһы Башҡортостан Республикаһының аэробика буйынса Кубогын ҡаршыланы
Күмертау ҡалаһы Башҡортостан Республикаһының аэробика буйынса Кубогын ҡаршыланы

Октябрҙә Күмертау ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының спорт аэробикаһы буйынса Кубогы үтте. Сараны Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығы һәм «Башҡортостан Республикаһының Спорт аэробикаһы һәм фитнес-аэробикаһы федерацияһы» йәмғиәте ойошторҙо.

          Күмертау ҡалаһының «Юбилейный» физкультура-һауыҡтырыу комплексы республиканың бөтә мөйөштәренән иң яҡшы спортсыларҙы йыйҙы. Улар пьедесталдағы маҡтаулы урын өсөн генә ярышып ҡалманы, спорт разрядтарын да иҫбатланы.

          Еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар, миҙалдар, кубоктар менән бүләкләнде. Ярыштар «Демография» милли проектының «Спорт – тормош нормаһы» төбәк проекты эгидаһы аҫтында үтте.

Яңылыҡ һәм фото сығанағы: Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең социаль тармаҡты, йәштәр сәйәсәтен һәм спортты үҫтереү бүлеге.

Автор:Алия Вахитова
Читайте нас: