Рәсәй президенты Владимир Путин бер нисә илдең Олимпиаданы сәйәсиләштерергә ынтылыуҙарын тәнҡитләне һәм Ҡытайҙың бай тәжрибәһенең Уйындарҙы юғары кимәлдә үткәрергә мөмкинлек бирәсәген билдәләне.
Президент Рәсәй Федерацияһы һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы спортсыларына яңы рекордтар һәм ҙур һөҙөмтәләргә ирешеүҙәрен теләне. «Ҡытай дуҫтарыбыҙ ҡышҡы Олимпия һәм Паралимпия уйындарына сифатлы әҙерләнеү өсөн бик ҙур эш башҡарҙы», - тип билдәләне ул.
Путин спорттың кешеләрҙе берләштереүен һәм үҙ илдәре өсөн ғорурлыҡ тойғолары бүләк итеүен билдәләне, ә уны үҙ файҙаларына сәйәсиләштереү ынтылыштарын дөрөҫ ғәмәл түгел, тип атаны.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Владимир Путин. Фото: Алексей Никольский / РИА Новости