+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Февраль 2022, 09:17

Путин Большуновты Пекиндағы Олимпиадала алтын яулауы менән ҡотланы

Рәсәй президенты Владимир Путин саңғысы Александр Большуновҡа спортсының Пекиндағы Олимпиадала скиатлонда еңеү яулауынан һуң мөрәжәғәт итте.

Путин Большуновты Пекиндағы Олимпиадала алтын яулауы менән ҡотланы
Путин Большуновты Пекиндағы Олимпиадала алтын яулауы менән ҡотланы

Рәсәй президенты Владимир Путин саңғысы Александр Большуновҡа спортсының Пекиндағы Олимпиадала скиатлонда еңеү яулауынан һуң мөрәжәғәт итте. Был турала Кремлдең сайтында хәбәр ителә.

         Путин Большуновтың Уйындарҙа алтын иҫәпте асыуын билдәләп үтте. Ул саңғысының сығышы ҡалған Рәсәй олимпиясыларын илһамландырыр, тип өмөтләнә.

         Большунов үҙе, Пекиндағы Уйындарҙағы уңышын билдәләп, финишҡа күҙ йәштәре менән килеүен һөйләй. Ул карьераһында беренсе тапҡыр олимпия чемпионы булды. Был алтын Рәсәй командаһы өсөн 2006 йылдан башлап беренсе. Финишҡа икенсе булып икенсе рәсәйле Денис Спицов килде.

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/

Фото: соцсети.

Автор:Алия Ибрагимова
Читайте нас: