+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Февраль 2022, 09:13

Путин Олимпия уйындарында команда турнирында алтын яулаған Рәсәй фигуристарына мөрәжәғәт итте

Рәсәй президенты Владимир Путин Пекиндағы ҡышҡы Олимпия уйындары 2022-лә команда турнирында еңеү яулаған фигуристарҙы ҡотланы.

Путин Олимпия уйындарында команда турнирында алтын яулаған Рәсәй фигуристарына мөрәжәғәт итте
Путин Олимпия уйындарында команда турнирында алтын яулаған Рәсәй фигуристарына мөрәжәғәт итте

Рәсәй президенты Владимир Путин Пекиндағы ҡышҡы Олимпия уйындары 2022-лә команда турнирында еңеү яулаған фигуристарҙы ҡотланы. Уның мөрәжәғәте Кремлдең сайтында урынлаштырылған.

         Дәүләт башлығы рәсәйлеләрҙең ҡуйылған бурыстарҙы яҡшы үтәүҙәрен, юғары оҫталыҡ күрһәтеүҙәрен билдәләне. Путин шулай уҡ фигуристарҙың яҡындарына, остаздарына, күп һанлы тамашасыларға онотолмаҫ шатлыҡ һәм тантана минуттарын бүләк итеүҙәрен дә билдәләй.

         Рәсәй йыйылма командаһы фигуристарҙың команда турнирында дүшәмбе, 7 февралдә еңде. Алтынды яңғыҙ сығыш яһаусылар Марк Кондратюк һәм Камила Вәлиева, бейеү дуэты Виктория Синицина һәм Никита Кацалапов, шулай уҡ спорт пары Анастасия Мишина һәм Александр Ғәлләмов яуланы.

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/

Фото: соцсети.

Автор:Алия Ибрагимова
Читайте нас: