-3 °С
Болотло
Сентябрҙең тәүге дүшәмбеһе «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында ГТО нормативтарын тапшырыуҙан башланды. Сара «Демография» милли проектының «Спорт - йәшәү нормаһы» проектын тормошҡа ашырыу барышында ойошторолдо.
Шулай уҡ Асыҡ ишектәр көнө лә үткәрелде. Самбо, ирекле көрәш, йөҙөү, волейбол секцияларында күнекмәләр башланды. Аэробика һәм аквааэробика берекмәләре эшен дауам итә. Оҙаҡламай мини-футбол буйынса секция үҙ эшен башлаясаҡ. Спорт берләшмәләренә 200-гә яҡын баланы ҡабул итеү планлаштырыла.
Яңылыҡ сығанағы: https://askino.bashkortostan.ru/
Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/310509