Учалы ҡалаһында «Демография» милли проектының «Спорт – йәшәү нормаһы» төбәк проекты сиктәрендә 2-70 йәштәге 380 ҡатнашыусы Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө сиктәрендә уҙған «Йәшәүгә 10000 аҙым» акцияһына ҡушылды. Район һәм ҡала предприятиелары, мәктәптәре һәм балалар баҡсалары коллективтары - барыһы ла акцияла теләп ҡатнашты, рәхәтләнеп көҙгө урманды йөрөп сыҡты.
Акцияның төп маҡсаты – сәләмәтлекте һәм физик форманы идеаль рәүештә тотоу, физик әүҙемлектең тәбиғи төрө булараҡ йөрөүҙе популярлаштырыу.
Акция йыл һайын уҙғарыла һәм бөтә ил халҡын берләштерә.
Яңылыҡ сығанағы: https://www.list-org.com/company/1699222
Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/325423