Сара форматы тураһында дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков 22 июндә ТАСС-ҡа хәбәр итте.
-Президент менән алып барыусылар ғына буласаҡ,- тине ул. Ә һәр кем Путинға һорауҙарын махсус ҡушымта файҙаланып бирә аласаҡ.
-Был ҡушымта илебеҙҙең һәр гражданинына теле һәм радио журналисы булырға йәиһә һорауын яҙҙырырға, күрһәтергә теләгән нимәһен күрһәтергә йәки яҙма рәүештә һорарға мөмкинселек бирәсәк, - тине Песков.
Рәсәй президенты Владимир Путин менән тура бәйләнеш 30 июндә үтәсәк. Уны Беренсе канал, «Россия 1», «Россия 24», НТВ, ОТР, «Мир», шулай уҡ «Маяк», «Вести FM» и «Радио России» радиостанциялары трансляциялаясаҡ.
Тура бәйләнеш Путин өсөн 18-сеһе буласаҡ.
Мәғлүмәт сығанағы: LENTA.RU
Фото: «Коммерсантъ»