Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү фонды рәйесе Константин Костин әйтеүенсә, Рәсәй лидерының граждандар менән аралашыуы халыҡты борсоған биш компонетҡа туҡталды. Улар араһында: социаль сәйәсәт, мәғариф, медицина һәм һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, тышҡы сәйәсәт һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр.
Быйыл тағы ла пандемия һәм вакцинация мәсьәләләре ҡуҙғатылды. Политолог Марат Башаров белдереүенсә, Путин һандар һәм факттарҙы яҡшы белә ине, тимәк, сараға етди әҙерләнгән. Эксперттар әйтеүенсә, иң көтөлмәгәне- Путиндың вариҫы кем буласағы тураһындағы һорау. Костин әйтеүенсә, бындай темалар быға тиклем эксперт фекер алышыуҙар форматында ғына була торғайны, ләкин был юлы “тура бәйләнеш”тә ҡатнашыусы тарафынан яңғыраны. Дәүләт башлығы президентты Рәсәй граждандары һайлаясаҡ, тине.
Башаров федераль хөкүмәттән төбәктәрҙә үҙ кураторы буласағы тураһындағы белдереүҙе сенсацион яңылыҡ тип атаны. Тышҡы сәйәсәткә лә ҡағыла ине сенсациялар. Атап әйткәндә, Путин Украинаны дуҫ булмаған ил тип атауҙан баш тартты һәм Рәсәйгә ниндәй генә санкциялар булдырыуға ҡарамаҫтан, бер полярлы донъя осоро тамамланды, тине.
Сығанаҡ: LENTA.RU