2017 йыл аҙағында “Башкиравтодор” йәмғиәте 19 берәмек техника һатып алған. Ошо партиянан Фёдоровка участкаһына ҙур йөк ташый торған үҙбушатҡыс КамАЗ 53605 автомобиле базаһында эшләнгән ДМК-65 маркалы ике универсаль юл машинаһы ҡайтартылған. Был машиналар автомобиль юлдарын ҡыш хеҙмәтләндереү өсөн тиҙ һүтеп алына торған аҫылмалы йыһаз менән комплектланған.
-Машина юл өҫтөн ҡарҙан, батҡаҡтан һәм боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдарҙан таҙартыу һәм юлдан ваҡ сүп-сарҙы һепереү, ҡышын боҙлауыҡҡа ҡаршы материалды һәм химик реагенттарҙы таратыу өсөн тәғәйенләнгән, -тип аңлатты беҙгә Фёдоровка юл төҙөү- ремонтлау идаралығы начальнигы И.Р. Ниғмәтуллин.- Был машиналарҙың өҫтөнлөгө экономиялы булыуында - улар газ-мотор яғыулығында эшләй. Бөгөнгә солярканың хаҡы 40 һумдан ашыу булһа, газ-метан хаҡы- 14 һум. Айырмаһы арыу һәм экономияһы ла һиҙелерлек. Заправкалау станцияһы ғына Мәләүездә, әммә машиналарыбыҙ юл таҙартҡанда унда барып етә, тиерлек. Йәйен шунан ҡырсынташ ташыйбыҙ, шулай булғас, был проблема түгел.
Был машиналар Кочетовский Сергей менән Хәсәнов Әнүәргә беркетелгән. Машиналар ышаныслы ҡулдарҙа, файҙаһыҙ тормаҫ, тигән ышаныста ҡалабыҙ.