26 ғинуарҙа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең йомғаҡлау кәңәшмәһе уҙҙы. Отчет доклады менән бүлек начальнигы Б.Н. Сиразетдинов сығыш яһаны.
Булат Нурулла улы матди-техник базаны нығытыу- мәҙәниәт учреждениелары эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе булыуын билдәләне.
-Учреждениеларыбыҙҙың федераль һәм республика гранттарында, “Берҙәм Рәсәй” фирҡә проекттарында ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә, шулай уҡ Мәҙәниәт министрлығы, район хакимиәте ярҙамы менән район мәҙәниәт усаҡтарының матди-техник базаһын нығытыуға 20 миллион һум тирәһе аҡса йәлеп ителде. Бөтә учреждениеларҙың дөйөм иҫәбенән төрлө ремонт эштәре башҡарылған объекттар һаны 18 % (10 берәмек) тәшкил итте,- тине докладсы.
Мәҡәләнең аҙағын район гәзитенән уҡығыҙ.