ТАСС мәғлүмәт агнетлығы хәбәр итеүенсә, “Һарытау авиалиниялары”ның Ан-148 пассажирҙар самолеты Мәскәү аэропортынан Домодедово-Орск маршруты буйынса һауаға күтәрелгәндән һуң радарҙар экрандарынан юҡҡа сыҡҡан. Бортта 71 кеше- 6 экипаж ағзаһы һәм 65 пассажир булған, шуларҙың өсөһө- балалар. Кисә самолет ҡалдыҡтарының Мәскәү өлкәһе Раменск районында табылыуы билдәле булды. Шулай уҡ бер нисә кешенең кәүҙәһе табылған. Иҫән ҡалғандар юҡ. 60-тан ашыу пассажир- Ырымбур, дүрт экипаж ағзаһы- Һарытау өлкәһенән. Һәләк булғандарҙы таныу өсөн генетик экспертиза талап ителә. Ырымбур өлкәһе властары 12 февралде Матәм көнө тип иғлан итте.
Һәләкәттең бер нисә сәбәбе фаразлана. Иң беренсеһе- һауа шарттары, кеше факторы һәм самолеттың техник торошо. Теракт ҡаралмай. Рәсәй Тәфтиш комитеты тарафынан РФ Енәйәттәр тураһындағы кодексының 263 статьяһының 3-сө өлөшө буйынса (“Һауа транспортын файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу”) енәйәт эше асылған.
Пассажирҙар һәм экипаж ғаиләләре түләүҙәр аласаҡ. РФ Президенты Владимир Путин хөкүмәткә авиаһәләкәт сәбәптәрен асыҡларға ҡушты һәм һәләк булыусыларҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Ул шулай уҡ самолет ҡолау һәм хөкүмәт комиссияһы эшен алып барырға кәрәк булыу сәбәпле, Сочиға эш сәфәрен күсерҙе.
Мине был һәләкәттәр ҡасан туҡтаясаҡ йәиһә аҙаясаҡ, тигән риторик һорауҙар борсой. Ҡасан күккә техник яҡтан төҙөк суднолар ғына күтәреләсәк? Бер ниндәй миллиондар ҙа туғандарына яҡындарының үлемен компенсациялай алмаясаҡ, был йөрәккә мәңгелек яра. Ихлас күңелдән ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Түҙемлек бирһен уларға.
Лилиә КАНТИМЕРОВА әҙерләне.