+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
6 Февраль 2020, 15:50

Өфөлә карантинға бәйле 10 меңдән ашыу уҡыусы дистанцион уҡыуға күсерелгән

Өфөлә грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы буйынса карантинға бәйле 10 меңдән ашыу уҡыусы дистанцион уҡыуға күсерелгән. Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 6 февралгә ҡаланың 6 мәктәбендә (И.И. Рыбалко исемендәге 113-сө мәктәп, 132-се мәктәп, А.М. Горький исемендәге 3-сө гимназия, 71-се мәктәп, 14-се мәктәп, Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназия) белем биреү 13 февралгә тиклем туҡтатылған, балалар дистанцион уҡыуға күсерелгән (бөтәһе 5769 уҡыусы).

Тағы 17 мәктәптә 150 класс карантинға ябылған, уҡыусылар дистанцион уҡыу режимына күсерелгән (бөтәһе 4144 кеше). Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, балаларҙың 20% һәм унан күберәге грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләгән осраҡта мәктәп директоры белем алыу процесын туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итергә хоҡуҡлы. Бындай ҡарар белем биреү учреждениеһына ла, айырым класҡа ла ҡабул ителергә мөмкин.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Фото - башинформ.рф
Читайте нас: