+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
14 Июль 2020, 14:27

Быйыл республикала мәғариф буйынса август кәңәшмәһе дистанцияла уҙғарыла

Башҡортостанда Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе беренсе тапҡыр дистанцияла уҙғарыла. Республика башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостанда Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе беренсе тапҡыр дистанцияла уҙғарыла. Республика башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы Мәғариф кәңәшмәһен дистанцияла үткәрергә тәҡдим итте.
Ведомствоға Өфө ҡалаһы хакимиәте, Мәғарифты үҫтереү институты, Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы һәм урта махсус уҡыу йорттары директорҙары советы менән берлектә кәңәшмәне әҙерләү һәм уҙғарыу бурысы йөкмәтелде.
Мәғлүмәт сығанағы - https://www.bashinform.ru
Фото: Валерий Шахов
Читайте нас: