+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
10 Сентябрь 2020, 12:33

Үҙ тракторынан тапалған

Иглин районының “Агротех” йәмғиәтендә эшләгән 57 йәшлек тракторсы техникаһын ремонтлаған мәлдә ҡазаға тарыған. Был хәл 8 сентябрҙә була.#ХәүефһеҙлекТехникаһы

Иглин районының “Агротех” йәмғиәтендә эшләгән 57 йәшлек тракторсы техникаһын ремонтлаған мәлдә ҡазаға тарыған. Был хәл 8 сентябрҙә була.
Ул тракторының өҫтөндә баҫып торған мәлдә, техника тоҡанып, хәрәкәт итә башлай. Тракторсы тәгәрмәс аҫтына ҡолап төшә. Үкенескә ҡаршы, алған йәрәхәттәре бик ауыр була, бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында ирҙең ғүмере өҙөлә.
Был хәл буйынса Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тикшереү эше башлаған. Уның барышында ауыл хужалығы предприятиеһында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү кимәле тикшереләсәк.
Сығанаҡ - https://bash.rbsmi.ru/
Фото: goldcountrytractors.com
Читайте нас: