Рәсәй Президенты Владимир Путин Эгей диңгеҙендәге көслө ер тетрәүҙән һуң Грецияның премьер-министры Кириакос Мицотакисҡа ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе. Был турала Кремлдең сайтында хәбәр ителә.
«Был ҡаза арҡаһында зыян күргән бөтә Греция халҡының ҡайғыһын уртаҡлашам, илдең зыян күргән райондарының тиҙерәк тергеҙелеүен теләйем», - тиелә Рәсәй лидерының хәбәрендә. Путин шулай уҡ Төркиә президенты Рәжәп Тайып Эрдоганға ла телеграмма ебәргән.
Ер тетрәү Эгей диңгеҙендә 30 октябрҙә булды. 6,9 магнитудалы тетрәү Грецияның яҡындағы уртауҙарына барып етте. Был илдә тиҫтәләгән йәрәхәтләнеүсе һәм ике һәләк булған бала тураһында хәбәр иткәйнеләр. Тик Төркиә өсөн ҡасафаттың эҙемтәләре тағы ла ҙурыраҡ булған. Был илдең Измир провинцияһында 25 кеше һәләк булған, 800-ҙән ашыу кеше зыян күргән.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Фото: Алексей Дружинин / Reuters