Түбәнге Алыштан ауылынан күп балалы ғаиләгә ҙур ҡайғы килгән. 3 апрелгә ҡараған төндә янғын сығып, кешеләрҙе торлаҡһыҙ ҡалдырған. Бәхеткә күрә, үҙҙәре иҫән. Тик матди зыян бик ҙур, ут өйҙә булғандың бөтәһен дә юҡҡа сығарған. Ғаилә ярҙамға мохтаж.
Федоровка районының Ғаилә хеҙмәте бөтә вайымһыҙ булмаған граждандарға үтенес менән мөрәжәғәт итә. Уттан зыян күргәндәргә шәхси гигиена, көнкүреш һәм урын-ер кәрәк-ярағы, һауыт-һаба, кейем-һалым, мебель кәрәк. Бындай ҡатлаулы ваҡытта ситтә ҡалыу, ярҙам ҡулы һуҙмау мөмкин түгел.
Өс балиғ булмаған балаһы менән әсә кеше торлаҡһыҙ ҡалды. 2005 йылғы ҡыҙ туғыҙынсы синыфты тамамлай, 2008 йылғы улы 6 синыфта, 2011 йылғы төпсөк улы - 3 синыфта уҡыйҙар. 46-48 үлсәмле (буйының оҙонлоғо 165 см) һәм 58-60 үлсәмле (164 см) ҡатын-ҡыҙ кейеме, 38-40 үлсәмле (144 см) һәм 40-42 үлсәмле (152 см) малайҙар кейемдәре кәрәк.
Һаҡлыҡ банкыһы картаһына аҡса күсерергә лә мөмкин. Уның һаны: 2202 2005 4725 5651 Елена Владимировна Б.
Әлеге ваҡытта кәрәк-яраҡты Ғаилә хеҙмәте йыя. Уның адресы: Федоровка ауылы, Социалистик урамы, 20, телефон: 2-26-62.