+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2017, 14:15

Алдынғыларҙан – фермерлыҡҡа

Михаил Петров оҙаҡ йылдар “Родина» колхозында водитель булып эшләгән. Тырыш, бөтмөр, ул бер нисә тапҡыр районда һөнәре буйынса иң яҡшылар иҫәбендә булған, хужалыҡта почет грамоталары һәм бүләктәр менән бүләкләнгән.

Михаил Петров оҙаҡ йылдар “Родина» колхозында водитель булып эшләгән. Тырыш, бөтмөр, ул бер нисә тапҡыр районда һөнәре буйынса иң яҡшылар иҫәбендә булған, хужалыҡта почет грамоталары һәм бүләктәр менән бүләкләнгән. Әммә 2015 йылда ул крәҫтиән-фермер хужалығы ойошторған. Дөрөҫөн әйткәндә, яҡшы тормоштан түгел. Тыуған еренең ысын патриоты булараҡ, ул бер ҡасан да себергә китергә ынтылмаған, һуңға тиклем коллектив хужалыҡ һаҡланыуына ышанған. Колхозды банкрот тип иғлан иткәс, аукционда ҡатнашҡан, үҙ аҡсаһына үҙе эшләгән КамАЗ-ын һатып алған.
Үҙ аллы эшләү тураһындағы ҡарар Михаил Анатольевичҡа еңел бирелмәгән, әммә ауыл халҡы уға 50 ер пайын ҡуртымға биреп, ярҙам иткән. Барлығы 309 гектар килеп сыҡҡан. 2015-2016 йылдар ҡышында эш башлаусы фермер төрлө документация рәсмиләштереп, сәсеү кампанияһына әҙерләнеп, төрлө инстанциялар буйынса йүгергән.
-Минең “Беларусь» тракторым бар ине,- тип һөйләй Михаил Анатольевич,-әммә ауыл хужалығы инвентарынан башҡа сәсеүҙе үткәреп булмай. “Нива-Шевроле” машинамды һатып, шул аҡсаға сәскес, катоктар, тырмалар һәм иҫке Т-150 тракторы һатып аллдым. 207 гектарлыҡ ерем генә Новоселка эргәһендә, ҡалған участкалар Батыр ауылы янында тиерлек урынлашҡан. Орлоҡ һатып алдым, кәрешкә-һоло, бойҙай, арпа, һоло, көнбағыш сәстем. Сәсеүҙә туғандарым ярҙамға килде, химик утауҙа башҡа фермерҙар ярҙамлашты. Ураҡ ваҡыты еткәс, ватыҡ “Нива” комбайнын һатып алдым һәм ремонтланым, иген культураларын да шуның менән һуҡтырҙым.
Әңгәмәләшсем әйтеүенсә, тәүге йыл һөҙөмтәләренән ул ҡәнәғәт, яҡшы уңыш алған, пайсылары менән дә иҫәпләшкән, иген фуражы һатҡан, кәрәк-ярағына ла ҡалған.
Ҡатыны Елена- уның терәге, ихата тултырып мал-тыуар аҫрайҙар, умарталары бар. Ул да, ире кеүек үк, ауыр эштән ҡурҡмай, балалары ла эшһөйәр булып үҫә, ҡыҙҙары Татьяна Өфөлә юридик институттың икенсе курсында уҡый, улдары Никита- унынсы синыф уҡыусыһы. Ҙур йорттарында улар менән бергә иренең атай-әсәһе Анатолий Алексеевич менән Клавдия Никитична ла йәшәй.
Һүҙ аҙағында фермер Михаил Петровтың киләсәккә уй-пландары менән ҡыҙыҡһындым.
-Оҙаҡламай йәнә сәсеү кампанияһы етә, орлоҡтарҙы анализға бирҙем инде, әммә юғары продуктлыларҙы һатып алырға ине. Өҫтәүенә, минераль ашламалар һатып алырға кәрәк. Былтыр 69 гектар бесән ерҙәрен ҡуртымға алдым, әммә унда бесәнлектәр иҫке, өҫтәп үлән сәсергә кәрәк булыр, моғайын,-тип яуапланы ул.
Михаил Анатольевич кредит алырға йыйынмай, үҙ аҡсаһы менән йырып сығырға уйлай. Аҡсаның артығы булмаһа ла, ауыл хужалығы техникаһы паркын тулыландырырға теләй, яңы культиватор, көнбағыш сәсеү өсөн сәскес һатып алырға ниәтләй.
Уйлағаны уң булһын, сөнки эшлекленең барыһы ла ыңғай килеп сығырға тейеш.

Читайте нас: