0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2017, 12:57

“Кис ултырып сигеү сигә...”

Үрге Алаштан ауылынан Александра Николаевна Белякованың хаҡлы ялға сығыуына инде бер нисә йыл. Йорт эштәренә лә, ҡул эштәре менән булышырға ла ваҡыты етерлек.Өҫтәүенә, ул бер нисә йыл “Килейне” мордва халыҡ ансамблендә ҡатнаша һәм төрлө сараларҙа сығыш яһай.

Үрге Алаштан ауылынан Александра Николаевна Белякованың хаҡлы ялға сығыуына инде бер нисә йыл. Йорт эштәренә лә, ҡул эштәре менән булышырға ла ваҡыты етерлек.

Өҫтәүенә, ул бер нисә йыл “Килейне” мордва халыҡ ансамблендә ҡатнаша һәм төрлө сараларҙа сығыш яһай.

Мин уға сәхнәлә сығыш яһағанда ғына түгел, төрлө ғәмәли-биҙәкләү сәнғәте күргәҙмәләрендә үҙенең ҡул эштәрен күрһәткәндә үк иғтибар иттем. Ниндәй генә эштәр эшләмәгән ул- ырғаҡ менән розалар, лилиәләр, бәшмәк яланы, ал миләүшәләр бәйләгән, сатрашлап сиккән. Һуңғы ваҡытта Александра Николаевна иконаларҙы сәйлән менән сигеү эшенә тотонған. Магазинда бының өсөн бөтә кәрәк-яраҡ та һатыла, шунан әкренләп, сәйлән артынан сәйләнде теҙеп, матурлыҡ ижад итә ул. Бында бик бөхтә, түҙем булырға кәрәк, оҫтабикә шундай кеше лә. Ул мөкиббән китеп эш менән ултырғанда, яҡындары ла ҡамасауламай, хатта. Ире Петр Андреевич киске ашты ла үҙе әҙерләй ала, был уның өсөн бер ни түгел. Ирле-ҡатынлы Беляковтар иңгә-иң терәп 46 йыл инде ғүмер итә. Александра Николаевна Алешкинда тыуған, әммә, Алаштан егетенә кейәүгә сығыу менән, тиҙ арала үҙ кеше булып киткән.

Ул йәштән үк ҡул эштәре менән шөғөлләнгән, туйға әҙерләнгәндә таҫтамалдар, мендәр тыштары сиккән. Ул саҡта тик мулинә генә ҡулланған, хәҙер инде сәйлән менән дә эшләй.

Иконаны биҙәп бөткәндән һуң ( көнөнә 2-3 сәғәт эшләһәң, 1 ай самаһы ваҡыт кәрәк), рамкаға ҡуйғас, Александра Николаевна сиркәүгә барып, уны изгеләндерә.

-Яҡындарымдың һәр береһенә икона бүләк итергә теләйем,- ти оҫтабикә.- Улым менән иремә эшләнем инде. Йәнә улым Андрей, ҡыҙым Наталья, алты ейәнем бар... Һәр береһенә үҙем хаҡында иҫтәлек эшләп ҡалдырғым килә.


Галина БАТМАНОВА.

Фәнис АҠСУРИН

фотоһы.
Читайте нас: