-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2017, 12:48

Кулибиндар йәнәшәбеҙҙә йәшәй

Үрге Алаштан ауылында талантлы, эшһөйәр кешеләр ғүмер итә. Матур йорттар, төҙөк ихаталар бихисап.Шундай йорттарҙың береһе эргәһендә туҡталдыҡ. Бында Кулагин Виктор Николаевич йәшәй. Уның ихатаһында нимә генә юҡ! Үҙе эшләгән артлы күсмә бәүелсәк, уның өҫтөндә- виноград тәлгәштәре үрелгән арка, бешкән винорад тәлгәштәре ауыҙға төшәм, тип һәленеп тора. Ултыр- рәхәтләнеп ял ит.

Ольга Петровна Савкина.
Ольга Петровна Савкина.
Үрге Алаштан ауылында талантлы, эшһөйәр кешеләр ғүмер итә. Матур йорттар, төҙөк ихаталар бихисап.

Шундай йорттарҙың береһе эргәһендә туҡталдыҡ. Бында Кулагин Виктор Николаевич йәшәй. Уның ихатаһында нимә генә юҡ! Үҙе эшләгән артлы күсмә бәүелсәк, уның өҫтөндә- виноград тәлгәштәре үрелгән арка, бешкән винорад тәлгәштәре ауыҙға төшәм, тип һәленеп тора. Ултыр- рәхәтләнеп ял ит.

Артабан, өй мөйөшөндә автомобиль тәгәрмәстәренән эшләнгән айыу умарталыҡҡа төбәлгән. Эргәлә- теплица, ул мейес менән йылытыла, һалҡында кәрәкле температураны тота. Унда ҡыяр үҫә.

Тәпәш кенә сүкелгән тимер ҡойма-хужаның киләһе ҡул эше. Электән механизатор булһа ла, иретеп-йәбештереү эше Виктор Николаевичтың яратҡан шөғөлө.

Өҫтәүенә, ул умарта тота.

-Күпселектә күңел өсөн инде. Улар менән булышырға, безелдәгән тауыштарын яратам,- тине ул. Аҙ һүҙле кеше, күңелендә романтик та икән.

-Ауылыбыҙҙың Кулибины. Нимә ҡушһаң, шуны эшләй ала, оҫта, -ти Бүләкәй ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Г.П. Балянов уның хаҡында.

Үрге Алаштанда йәшәүсе Беляков Леонид Иванович-пенсионер. Эшһөйәр кеше. Ауыл биләмәһе башлығы Геннадий Петрович әйткәндәрҙән: “Яуаплы кеше. Ауылдаштарына техника менән ярҙам итә. Унан башҡа бер өмә лә үткәне юҡ. Пунктуаль, намыҫлы ул».

Ауыл ситендә Баляновтарҙың ҙур йорто тирә-яҡҡа йәм биреп тора. Был күп балалы,татыу ғаиләлә ир-ат күберәк- ғаилә башлығы-Николай Юрьевич, ҡатыны Ирина Геннадьевна һәм биш улдары. Төҙөк ихата, йорт беренсе булып күҙгә ташлана. Урамдағы сәскәлектә лә, ихата эсендә лә- сәскәләр. Арка аҫтында виноград тәлгәштәре һәленгән. Бер һүҙ менән әйткәндә, таҙалыҡ, бөхтәлек, матур итеп ултыртылған сәскәләр. Ғаилә башлығы һәм өлкән улдары өйҙә булманы. Николай “Искра” йәмғиәтендә бензин ташыу машинаһында эшләй. Ҡалған ғаилә ағзалары матур йорттары эргәһендә фотоға төштө. Бына улар- эшһөйәр, өлгөлө Баляновтар ғаиләһе.
Гәрәй ҒӘЛИМЙӘНОВ.
Фәнис АҠСУРИН фотоһы.

Читайте нас: