-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2017, 12:58

Мәҙәниәтебеҙ, телебеҙ - беҙҙең байлығыбыҙ

Һәр халыҡтың мәҙәниәте үҙенсәлекле, күп яҡлы һәм ҡабатланмаҫ. Мордва теле, традициялары, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәйеше лә үҙенсәлекле һәм бай. Уларҙы һаҡлап ҡалыуҙа һәм тергеҙеүҙә китапхана ҡарамағындағы БР мордва халҡы менән эшләү секторҙары мөһим роль уйнай.

Һәр халыҡтың мәҙәниәте үҙенсәлекле, күп яҡлы һәм ҡабатланмаҫ. Мордва теле, традициялары, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәйеше лә үҙенсәлекле һәм бай. Уларҙы һаҡлап ҡалыуҙа һәм тергеҙеүҙә китапхана ҡарамағындағы БР мордва халҡы менән эшләү секторҙары мөһим роль уйнай.

Мордва халҡы менән эшләү секторы мөдире Н.К. Зуенкова менән әңгәмәбеҙҙе һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.

-Надежда Константиновна, был эш буйынса секторҙың эше нимәнән ғибарәт?

-Райондың мордва халҡы менән эшләү секторы Фёдоровкала 2000 йылда ойошторолдо. Ошо ваҡыт эсендә мордва халҡының тарихы, көнкүреше, мәҙәниәте, теле хаҡында бихисап материал йыйылды. Өҫтәүенә, районыбыҙҙа мордва халҡы һәм мордва телендәге китаптар күп. Быны мин һаҡлауға мохтаж байлығыбыҙ, тип һанайым.

Бынан тыш, комплекслы методика эше алып барыла. Шулай уҡ секторҙа мордва мәҙәниәтенең “Эрзян йорто” кесе музейы булдырылды, унда милли кейемдәр, төрлө әҙәбиәт, шәжәрәләр менән фотолар альбомдары тупланған. Ошо эштәр барыһы ла мәҙәниәт, мәғариф учреждениелары менән берлектә эшләнә.

-Йыш ҡына гәзитебеҙҙә “Лисьмапря” клубындағы ултырмалар хаҡында яҙабыҙ. Клуб тураһында ентеклерәк һөйләп китмәҫһегеҙме?

-Күпселектә унда хаҡлы ялда булған ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй. Айына бер мәртәбә йыйылабыҙ. Тематик байрамдарҙы, мордваларҙың ғына түгел, мәҫәлән, Пасха, Масленица байрамдарын да мотлаҡ билдәләйбеҙ. Бындай сараларға балалар ҙа килә һәм улар өлкәндәр һәм үҫеп килгән быуын менән берлектә үткәрелә. Осрашыуҙарҙа Мордовия, мордваларҙың тормошондағы төрлө ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле ваҡиғалар тураһында һөйләшәбеҙ. Шулай уҡ ата-бабаларыбыҙҙың боронғо йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырабыҙ. Барыһы ла йылы мөхиттә уҙғарыла. Ултырмалар түңәрәк өҫтәл артында сәй эсеү менән тамамлана.

-Был йүнәлеш буйынса үҫеп килгән быуын менән тағы ниндәй эштәр алып барыла?

-Айырып әйткәндә, беҙҙең балалар, үҙәк китапханалар Фёдоровка 2-се мәктәбе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Педагогтар ҙа, етәкселек тә беҙгә ярҙам итә. Дәрестәрҙә төрлө әңгәмәләр үткәрәбеҙ, уҡыусыларҙы мордва яҙыусылары, шағирҙары менән таныштырабыҙ. Мордовия тураһында күп һөйләйбеҙ. Шулар барыһы ла матур слайдтар менән оҙатылып бара. Шулай уҡ балаларҙы китапханаға саҡырабыҙ. Ижад үҙәге менән берлектә, мәҫәлән, мордва милли биҙәктәрен сигеү буйынса төрлө мастер-кластар үткәрәбеҙ. Шулай итеп балаларҙы үҙ халҡының тарихына, мәҙәниәтенә йәлеп итәбеҙ, төрлө яҡлап уларҙы ҡыҙыҡһындырырға тырышабыҙ. Уҡыусылар “Горниповне” (“Ҡыңғырау”) клубына йөрөргә ярата. Беҙ ҡыҙҙар- малайҙар менән шатланып осрашабыҙ, уларҙы милли мордва байлығы менән таныштырабыҙ. Мордва телдәре көнө мотлаҡ үткәрелә.

-Надежда Константиновна, ауылдарҙа хәлдәр нисек?

-Мордвалар күпләп йәшәгән һәр ауылда әһәмиәтле мәғлүмәт йыйылған. Ул һәр кешегә мәғлүм. Өҫтәүенә, китапханасылар ауылдаштарының йорттарына даими бара, яңы китап-журналдар тураһында һөйләй. Шулай уҡ йорттар буйынса таратып та сығалар. Йәғни, һәр кемдең мордваларҙың нимә менән йәшәүен белеү, уларҙың мәҙәниәте һәм әҙәбиәтендәге һуңғы ваҡиғалар хаҡында хәбәрҙар булыу мөмкинлеге бар.

-Проблемалар тураһында һүҙ барғанда күпселек милләт ағзалары кешеләрҙең үҙ телдәрендә һөйләшмәүен билдәләй. Мордва теленә килгәндә хәлдәр нисек?

-Бөгөн балаларҙың үҙ телен белмәүе аяныслы, өләсәйҙәре-олатайҙарының телендә һөйләшмәйҙәр, үҙ тарихтары менән ҡыҙыҡһынмайҙар. Миңә ҡалһа, үҙ телемде, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙҙы бик яратам һәм ҡәҙерләйем. Үҫеп килгән быуындың ата-бабаларынан ҡалған байлыҡты баһалай белмәүе үкенесле. Ул бик бай һәм матур.

-Үҙегеҙ белгән мәғлүмәт менән мауығып, ғорурланып бүлештегеҙ. Һөнәрегеҙҙе бик яратаһығыҙҙыр, моғайын.

-Эйе, эшемде бик яратам. Мордва мәҙәниәтен тергеҙеүҙә, үҫтереүҙә, һаҡланып ҡалыуында минең дә бәләкәй генә булһа ла, өлөшөм булыуына шатланам.

-Эстәлекле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Уңыштар теләйем.

Лилиә ХӘМИҘУЛЛИНА әңгәмәләште.

Читайте нас: