+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2017, 12:53

Муҡшы мираҫын һаҡлаусы

Фёдоровка ере үҙенсәлекле таланттарға бай. Районыбыҙҙың шундай вокаль коллективтарының береһе- “Миләшкәй” мордва фольклор ансамбле.

Фёдоровка ере үҙенсәлекле таланттарға бай. Районыбыҙҙың шундай вокаль коллективтарының береһе- “Миләшкәй” мордва фольклор

ансамбле.

Ул Кузьминовка ауылында 1970 йылда барлыҡҡа килгән. Уны Татьяна Григорьевна Никитина ойоштороп ебәргән. Был ансамбль эшен ябай үҙешмәкәр сәнғәт коллективы булараҡ башлаған. Шул ваҡытта уҡ район сәхнәһенә мордва йырҙары менән сыҡҡан, улар репертуарҙа почетлы урын алған. Ансамблдең һәр сығышы- мордва көйҙәрен яратыусылар өсөн ысын байрам. Ҡайһы берҙә коллектив заманса йырҙар ҙа башҡара, әммә концерт номерҙары араһында боронғо муҡшы халыҡ йырҙары ҙур урын биләй. Был фольклор әҫәрҙәрҙе Анастасия Васильевна Евдокимова, Мария Ивановна Васильева яҡшы хәтерләй һәм ансамблгә өйрәткән дә. Шулай уҡ кузьминовкалар үҙ сараларында төрлө боронғо йолаларҙы күрһәтә.

“Миләшкәй”- муниципаль масштабтағы ғына түгел, шулай уҡ районыбыҙҙа ойошторолған республика сараларында ла әүҙем ҡатнаша. Йыл да “Мазый тейтерь” мордва һылыуҙары республика һәм “Гайгиця вайгельт” мордва йырҙарын башҡарыусылар конкурстары ойошторола, унда боронғо йолалар күрһәтелә, йырҙар башҡарыла.

Йыл һайын уның репертуары тулыландырылып ҡына ҡалмай, ҡатнашыусылар һаны артыуы күҙәтелә. Өлкән быуын урынына йәш башҡарыусылар килә. Әгәр беренсе составта Л.Н. Курмаева, М.И. Васильева, А.В. Евдокимова, З.А. Антошкина, А.А. Пятаева, М.А. Мишина, Л.А. Палаева, Л.А. Силяева, М.И. Николаева булһа, әле Т.И. Митрофанова, Т.П. Евдокимова, В.Н. Сайкина, Т.И. Богданова уларҙың сафын тулыландырҙы.

Коллективҡа балалар ҙа йәлеп ителә. Улар менән төрлө эш башҡарыла, йырҙар, таҡмаҡтар, тамашалар өйрәтелә. Байрам йәиһә йола өсөн сценарийҙар эшкәртелә. Коллективта шөғөлләнеп, мордва халҡы тарихын бөртөкләп йыйып, унда ҡатнашыусылар уның бер өлөшө булып китә. Балалар ҙа халыҡ мәҙәниәтенә шулай йәлеп ителә.

Йылдан-йыл башҡарыу оҫталығы үҫә, ансамблдең репертуары киңәйә. Хәҙер элекке йырҙар һәм йолалар яңыса башҡарыла. Был тыуған яҡтары, ауыл халҡы хеҙмәте йолалары һәм ғөрөф-ғәзәттәре, көндәлек тормошо һәм байрамдары хаҡындағы моңло йырҙар.

“Миләшкәй” ансамб-ле муҡшы халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлаусы булып тора. Ул бөтә республика буйынса үҙ фольклорын пропагандалай. Ә Башҡортостандың күп милләтле халҡы ошо коллектив арҡаһында мордва халҡының сағыу һәм үҙенсәлекле музыкаль мәҙәниәте, йолалары, традициялары менән танышыу мөмкинлеген ала.


Н. ЗУЕНКОВА,

мордва халҡы менән эшләү секторы мөдире.


Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: