Кузьминовка ауылынан Трофимовтарҙың бергә ғүмер итеү стажы – 45 йыл. Ауылдаштары уларҙы ғүмерҙәре буйы колхозда тырышып эшләүҙәре, туған ерҙәренә тоғро булыуҙары өсөн ихтирам итә.
1969 йылда, мәктәпте тамамлағас, Лазарь Трофимовты Совет Армияһы сафына саҡыралар, ул хатта һөнәр алып та өлгөрмәй. Егет Төньяҡ флотҡа, алыҫ Североморск ҡалаһына йүнәлә. Ике йыл буйы диңгеҙ инженер хеҙмәтендә хәрби-диңгеҙ базаһын төҙөлөш материалдары менән тәьмин иткәндә, уны йөрөгән ҡыҙы Валентина тоғро көтә. Һәм үҙенең матросын көтөп ала.
-Демобилизацияланғандан һуң өйгә ҡайттым, - тип һөйләй Лазарь Дмитриевич, - колхозда бер аҙ тракторсы булып эшләп алдым. Һуңынан Мәләүез автомәктәбенә уҡырға индем. Хужалыҡта төрлө маркалы машиналарҙа эшләнем, Калинин исемендәге колхоз эшләгән саҡта, һуңғы йылдарҙа һөт ташыусы машина водителе булдым.
Ҡатыны Валентина Васильевна ла эшһеҙ ултырмай, ул һөтсөлөк фермаһында эшләй. Һыйырҙарҙы ҡул менән һауыуҙан башлаған, механизация килгәс, машина менән һауыу операторы булып эшләгән. Ғаиләлә бер-бер артлы балалары: ҡыҙҙары Анна, улдары Геннадий һәм Игорь үҫеп етә. Бөтәһе лә, атай-әсәйҙәре кеүек үк, ғәҙел, изге күңелле булып үҫәләр.
Әле ирле-ҡатынлы Трофимовтар пенсияла, үҙ хужалыҡтарында булышалар. Ихаталарында малдар элеккегә ҡарағанда әҙерәк булһа ла, эш етерлек. Баҡсалары бар, ул да иғтибар талап итә. Бына шулай тыныс һәм имен үтә Трофимовтарҙың көндәре.