Дедово ауылының “Теремок” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе-мөдире Рәсимә Йәғфәр ҡыҙы Мәсәғүтова кескәйҙәрҙең һөйөүен алсаҡлығы, изгелеклелеге, алсаҡлығы һәм дәртлелеге менән яулай.
Әсәйҙәре һымаҡ, ул балаларға күңел йылыһын бүләк итә. Балаларҙың барыһы ла уның иң яратҡаны, иң ҡәҙерлеһе. Педагог иң көйһөҙҙәренә лә һүҙен таба белә.
-Мин балалар менән эшләргә яратам. Улар алсаҡ, ҡыҙыҡтар, алдаша белмәйҙәр, һөйләшеүҙәре лә иҫтә ҡала. Һөнәремде шуға яратам,-ти тәрбиәсе.
Ошо һөнәрҙе һайлауына ул бер ҙә үкенмәгән. Йәш саҡта һайлау мөмкинлеге лә булған. Урта белем тураһында аттестат алғас, Рәсимә Йәғфәр ҡыҙы Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Әммә белгеслеге буйынса эшләмәй, мәктәпкәсә белем биреү педагогына уҡып сыға. 2009 йылдан бирле бәләкәстәргә донъя аса, коллективта йәшәргә өйрәтә.
-Мин эшләй башлағанда үҙ ауырлыҡтары бар ине. Сөнки мин эшләй башлаған төркөм балалары ҙур, уларҙың яратҡан тәрбиәселәре бар ине,- тип һөйләй Рәсимә Йәғфәр ҡыҙы.