Уларға хаҡлы ялға тиклем йыраҡ әле, тиергә була. Сөнки алда оҙон тормош юлы көтә. Ә бына лайыҡлы пенсия хаҡында алдан уҡ хәстәрләргә кәрәк. Бына шул маҡсатта үткәрелә лә инде уҡыусыларға пенсия грамоталылығы дәрестәре.
Сираттағы шундай осрашыу Федоровка 1-се мәктәбендә уҙҙы. РФ Пенсия фондының Федоровка районындағы идаралығы начальнигы С. Әхмәров уҡыусыларға пенсияның нисек формалашыуы һәм уның төрҙәре, уларҙың айырмалары хаҡында ентекле аңлатты.
- Пенсияның тупланма өлөшөн РФ Пенсия фонды идаралығына йәиһә идара компанияларына инвестицияларға мөмкин. Граждандар хаҡлы ялға сыҡҡанда, үҙҙәренең йыйылған аҡсаһын аласаҡ, - тине ул.