Һәр кем үҙ йортонда йәиһә фатирында йәшәргә хыяллана, әммә бөгөн һәр кем дә йорт һатып ала алмай. Айырыуса был йәш ғаиләләргә ҡыйынға тура килә. Уларға дәүләтебеҙ ярҙамға килә.
Һатып алынған йорттары өсөн сумманың бөр өлөшөн ҡайтарыу буйынса социаль түләүҙәр төрөндәге шундай ярҙамды өс ғаилә алды. Район хакимиәте башлығы кабинетында үткән шаршамбы бындай таныҡлыҡтарға Рәйлә Илгиз ҡыҙы Насирова, Әлфинә Хәлим ҡыҙы Ғөзәйерова һәм Федор Николаевич Потехин эйә булды. Өс йыл элек йәш ғаиләләр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ иҫәпкә ҡуйылғайны. “БР төҙөлөш комплексын һәм архитектураһын үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш һәм архитектура буйынса Дәүләт комитеты менән килешеү нигеҙендә, йәш ғаиләләргә бала тыуғанда социаль түләү бирелә.
Түләү суммаһы торлаҡ хаҡын тулыһынса ҡапламай, әммә ипотека, льготалы кредит биреү программаһы ярҙамында йорт һатып алыу мөмкинлеген бирә.
Венер Фәрит улы бәхетле таныҡлыҡ хужаларын был күңелле ваҡиға менән ҡотланы, именлек, балаларын йылы ғаилә мөхитендә тәрбиәләүҙәрен, үҫтереүҙәрен теләне.