+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Октябрь 2017, 13:46

М.Кәрим һәр саҡ беҙҙең менән

Шағирҙың 100 йыллығын байрам итеү тураһындағы указға Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов былтыр ноябрҙә ҡул ҡуйғайны. Юбилейҙы үткәреү планы проектына бер нисә тематик блок индерелгән: мәғариф проекттары, ғилми эштәр, мәҙәни ваҡиғалар, шағирҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса саралар.

Шағирҙың 100 йыллығын байрам итеү тураһындағы указға Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов былтыр ноябрҙә ҡул ҡуйғайны. Юбилейҙы үткәреү планы проектына бер нисә тематик блок индерелгән: мәғариф проекттары, ғилми эштәр, мәҙәни ваҡиғалар, шағирҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса саралар.

Республикала 2019 йылда “Рус түгелмен, ләкин россиян мин” исемле халыҡ-ара фестиваль, Евразия гуманистик форумы, республика театраль аҙналығы, Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған тамашаларҙы Башҡортостан театрҙарында күрһәтеү планлаштырылған. Шулай уҡ уның китаптары ҡайтанан баҫтырыласаҡ, башҡорт теленән яңы тәржемәләр эшләнәсәк.

Бөйөк шағирҙың юбилейын әҙерләү һәм үткәреү сиктәрендә Фёдоровка район үҙәк китапханаһында ла 2017-2019 йылдарға саралар планы эшкәртелгән. Шулай, традиция буйынса, беҙ, район үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре, йыл да “Остазды иҫкә алып” (сентябрҙә, Хәтер көнөндә) һәм “Мостай Кәримде уҡыйбыҙ” (октябрҙә, тыуған көнө айҡанлы) әҙәби акцияларын үткәрәбеҙ. 2017-2018 йылдарға бөтә район буйынса планлаштырылған сараларҙы “Мостай иле” әҙәби марафанына берләштерергә булдыҡ. Шулай уҡ ошо өс йыл дауамында шиғри кисәләр, дәрестәр, М. Кәримдең ижады буйынса әхлаҡ сәғәттәре, шиғриәт сәғәттәре, әҙәби дәрестәр, әңгәмәләр һ.б. әүҙем үткәреләсәк. Киләһе йылда уҡыусыларыбыҙ өсөн “Мостай Кәрим- яугир, шағир һәм гражданин” әҙәби конференцияһын ойошторорға планлаштырабыҙ.

Ҡәҙерле китап яратыусылар! Китапханаға рәхим итегеҙ, яҡшы әҫәрҙәр уҡығыҙ. Башҡа авторҙарҙан тыш, үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре һеҙгә Мостай Кәримдең күп тапҡырҙар уҡып та, биҙҙермәгән әҫәрҙәрен дә тәҡдим итәсәк.

Р. ЗӘБИРОВА,

үҙәк китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире.
Читайте нас: