Хәҙерге дәүләт сәйәсәте бюджет учреждениеларында туҡланыуҙы ойош-тороу, транспорт хеҙмәтләндереүе, биналарҙы йыйыштырыу, һаҡлау кеүек ғәмәлдәрҙе аутсорсингҡа күсереү- был хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү, шулай уҡ учреждениеларға төп эшмәкәрлектәренә күберәк иғтибар биреү мөмкинлеген бирәсәк, тип бара. Нимә һуң ул аутсорсинг?
Белешмә. Аутсорсинг-ойошманың етештереү эшмәкәрлегенең теге йәки был төр функцияларын килешеү нигеҙендә ошо тармаҡта эш алып барыусы башҡа компанияға тапшырыуы. Йәғни, һәр кем тик үҙ эше менән генә шөғөлләнергә тейеш: табиптар-дауаларға, уҡытыусылар- белем бирергә. Был учреждениелар өсөн төп эшмәкәрлек булмаған биналарҙы һәм аудиторияларҙы йыйыштырыу, аҙыҡ әҙерләү һәм ашатыу, уҡыусыларҙы дәрестәргә алып килеү һымаҡ ғәмәлдәр ошо өлкәлә махсуслаштырылған компанияларға һәм ойошмаларға күсерелергә тейеш.
Районыбыҙҙа бындай үҙгәрештәргә мәғариф учреждениелары һәм мәҙәниәт бүлеге өлөшләтә юлыҡты. Был яңылыҡтарҙы индереүҙең ыңғай һәм кире яҡтары, ике яҡты ла нимәләр көтөүе хаҡында белеү өсөн был тармаҡтағы компетентлы етәкселәргә мөрәжәғәт иттек. Альбина Рафаил ҡыҙы Насирова, “Жилсервис” йәмғиәте начальнигы.
-Альбина Рафаил ҡыҙы, һеҙҙең ойошмағыҙ районда беренселәрҙән булып үҙенә яңы роль алды- мәғариф учреждениеларының, мәҙәниәт бүлегенең бөтә йыйыштырыусыларын үҙ штатына күсереп, сорсинг күрһәтергә булды. Эште нимәнән башлап китеүегеҙ хаҡында һөйләп китһәгеҙ ине.
-Эйе, 2017 йылдың апреленән Фёдоровка 1-се мәктәбендә һәм район мәҙәниәт йортонда биналарҙы йыйыштырыуҙа хеҙмәттәр күрһәтәбеҙ. Бының өсөн төрлө хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә ингән предприятиелар өсөн мотлаҡ булған ОКВЭД – хаҡуки акт статусындағы рәсми документ- алдыҡ. Шуның нигеҙендә ойошмалар менән алда атап үтелгән хеҙмәттәрҙе күрһәтеү буйынса килешеү төҙөнөк. 2017 йылдың 1 июленән райондың бөтә мәктәптәрендә һәм Фёдоровка 2-се мәктәбендә, район китапханаһында, балалар сәнғәт мәктәбендә эшләй башланыҡ.
Быға тиклем штатта 23 хеҙмәткәр ине, хәҙер 90 кеше. Эшкә ҡабул итеү, эштән бушатыу беҙҙең ҡарамаҡта, ай буйына эшкә сығыу табеле мәктәп директорҙары менән килешелә.
-Был күп сығымдар талап итәме?
-Беренсенән, беҙ яңы эшкә алынған хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын күсереү өсөн банк карталары астыҡ. Мәктәптәр менән эшләү өсөн махсус хеҙмәт булдырып торманыҡ. Бухгалтерҙарҙың эше артты. Тимәк, уларҙың хеҙмәтен баһалау кәрәк. Эйе, сығымдарһыҙ түгел.
-Яңы эшкә алынған хеҙмәткәрҙәрҙең составын яңырттығыҙмы?
-Юҡ, бер кемде лә эштән бушатманыҡ, ҡыҫҡартманыҡ. Барыһы ла үҙ урынында ҡалды. Хеҙмәткәрҙең теләге буйынса ҡайһы бер күсереүҙәр булды.
-Белеүегеҙсә, йәйен мәғариф учреждениеларында биналарҙы йыйыштырыу кәрәклеге юҡ. Хеҙмәткәрҙәрегеҙ нимә менән шөғөлләнәсәк?
-Әле улар һәм заказ биреүсе менән килешеү йыл аҙағына тиклем төҙөлгән, артабан килешеүҙе уҡыу йылы аҙағынаса яңыртасаҡбыҙ. Һуңынан күҙ күрер. Проблемаларҙы барлыҡҡа килеү менән хәл итербеҙ.
-Тулы яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт, Альбина Рафаил ҡыҙы.
Мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу тармағында эштәр башҡасараҡ. Беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға “Гермес” ҡулланыусылар кооперативы советы рәйесе Илһам Шамил улы Баҡыев яуап бирҙе.
-Илһам Шамил улы, аутсорсингҡа күсеүҙе ниндәй мәсьәләне хәл итеүҙән башланығыҙ?
-Был мәсьәләне беҙ хәл итә башламаныҡ. Район хакимиәтендә республика Башлығының бойороғона яуаплы ҡарағандар һәм бер пакет документтар әҙерләгәндәр, шулар нигеҙендә аутсорсер субсидияларға, үҙенең сығымдарын финанс тәьмин итеүгә (ҡайтарыуға) өмөт итә ала. Шунан сығып беҙ, тәү сиратта, иҡтисади яғын ҡараныҡ- сығымдарға килтермәйме икән? Эш әҙ комплектлы мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороуҙың үҙҡиммәте был эшмәкәрлектән килгән килемдән артыҡ булыуында. Ә сығымдар ҙур. Был- ашнаҡсыларға эш хаҡын түләү, транспорт сығымдары, йыһаздарҙы ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү, һауыт-һаба һатып алыу, тейешле документацияны әҙерләү, эш хаҡы биреүгә банк карталарын рәсмиләштереү. Мәктәп ашханаларын сертификациялау мотлаҡ. Рентабелле булмағанлыҡтан, райондың 31 мәғариф учреждениеларының 20-ен генә хеҙмәтләндерәсәкбеҙ. Тәжрибә өйрәнеү өсөн күрше райондарға барҙыҡ, Мәләүез, Күмертау ҡалаларында булдыҡ.
-Иҫәпләүҙәрҙән, пландар төҙөүҙән һуң киләһе аҙымығыҙ ниндәй булыр?
-Бөтә мәктәптәр өсөн дә берҙәм меню төҙөп, раҫланыҡ. Унда калориялар, витаминлаштырыу буйынса СанПиН-ға ярашлы бөтә талаптарҙы ла иҫәпкә алдыҡ. Район буйынса ата-әсәләрҙең түләүе лә бер төрлө буласаҡ. Көнөнә 25 һумдан сығып, туҡланыу өсөн айына 500 һум түләргә кәрәк буласаҡ. Әгәр бала төрлө сәбәптәр буйынса мәктәптә булмаған, ашамаған икән, аҡсаһы киләһе айға күсерелә, йәғни, ҡайтанан иҫәпләнә. Ата-әсәләрҙең аҡсаһы аҙыҡ-түлек һатып алыуға ғына китәсәк. Транспорт хеҙмәттәре, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү һ.б. сығымдар бюджеттан субсидияланасаҡ.
-Күп балалы ғаиләләрҙәге балалар өсөн түләү күпме буласаҡ?
-Был балаларға дәүләт көнөнә 45 һум аҡса күсерә. Барыһын да бер төрлө-25 һумға ашатасаҡтар. Күп балалы ғаиләләрҙән балалар 20 һумлыҡ айырманы ҡоро паек төрөндә ҡулына аласаҡ. Мотлаҡ талап- күп балалы ғаиләнән булыуҙы иҫбатлаусы документ булырға тейеш. Тейешле документтар исемлеге мәктәптәрҙә бар.
-Ойошмағыҙ аш-һыу бүлмәһен файҙаланыуға бәйле хеҙмәттәр күрһәтә. Һеҙ ҡуртымға алаһығыҙмы йәиһә уларҙан бушлай файҙаланаһығыҙмы?
-Район хакимиәтенең ҡарары ярҙамында, йыһаздар һәм инвентарь беҙгә бушлай ҡулланыуға бирелде. Аутсорсингтың башланғыс этабында беҙ ҡуртым бурысынан азат ителдек. Электр һәм һыу өсөн дә түләмәйбеҙ.
-Йыһаздарҙың торошо өсөн кем яуап бирә?
-Бының өсөн беҙ яуаплы. Бер нисә электр плитәһен көйләнек, мәктәп ашханаларында һыу үткәргестәрен ремонтланыҡ.
-Мәктәп директорҙары Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтселеге тикшереүенән күпмегә азат ителде?
-Мәктәп директоры шулай уҡ мәктәптәге туҡланыу өсөн яуап бирә. Бракераж комиссияһының эшен, беҙ күрһәткән хеҙмәттәрҙең сифатын контролләй, килешеүҙә яҙылған бурыстарыбыҙҙың үтәлешен талап итергә хоҡуҡлы. Ә контролдә тотоусы ойошмалар алдында беҙ яуап бирәсәкбеҙ.
-Башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ, Илһам Шамил улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Яңылыҡтың ниндәйе лә һәр саҡ бер төрлө генә ҡабул ителмәй. Аутсорсинг һүҙе телебеҙгә еңел инер һәм ыңғай булыр, һүҙебеҙ барған башланғыстарҙың дауамы булыр, тип ышанабыҙ. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, сорсинг мәсьәләһенә бер генә ҡайтмаҫбыҙ, гәзитебеҙ биттәрендә сағылдырып барырыбыҙ.