Хәрефтәрҙе аныҡ, аңлайышлы әйтергә, бутамаҫҡа өйрәтә Фёдоровка уҡыусыларына логопед З.М. Иманғолова.
Балаларға һуҙынҡыларҙы һуҙып әйтеү, һыҙғырыу, бармаҡ гимнастикаһы, театрлаштырылған күнекмәләр бик оҡшай. Ә изгелекле,мөләйем Зифа Минеғәли ҡыҙы дәрестәрен ҡыҙыҡлы һәм күңелле итеп үткәрә. Педагог үҙ һөнәрен бик ярата, мөһим миссия алып барыуы менән бәхетле ул.