+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Октябрь 2017, 12:24

Беҙ- республикабыҙҙың бер өлөшө

Районыбыҙ республиканың матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Тәбиғәт хозурлыҡты йәлләмәгән- киң далалар, икһеҙ-сикһеҙ урмандар, сылтырап аҡҡан шишмәләр, йылғалар һәм тыныс климат беҙгә йәшәү шарттарын булдыра. Ике-өс йыл элек кенә беҙ райондың 80 йыллыҡ юбилейына әҙерләнеп, үҙ территорияларыбыҙҙы төҙөкләндергәйнек.

Районыбыҙ республиканың матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Тәбиғәт хозурлыҡты йәлләмәгән- киң далалар, икһеҙ-сикһеҙ урмандар, сылтырап аҡҡан шишмәләр, йылғалар һәм тыныс климат беҙгә йәшәү шарттарын булдыра. Ике-өс йыл элек кенә беҙ райондың 80 йыллыҡ юбилейына әҙерләнеп, үҙ территорияларыбыҙҙы төҙөкләндергәйнек. Ошо һигеҙ тиҫтә йыл эсендә районыбыҙ үҙгәрҙе- бәләкәй ағас йорттар урынына бер-ике ҡатлы заманса иркен, уңайлы йорттар ҡалҡып сыҡты. Халыҡ зәңгәр яғыулыҡтан, һыу үткәргесенән файҙалана, ауыл кешеләренең көнкүреш тормошона заманса юғары технология саралары индерелә. Кесе тыуған илебеҙҙең үҫеше миҫалында Башҡортостаныбыҙҙың үткән тормош юлына ла баһа бирә алабыҙ. Әле районыбыҙ ҙа, бөтә республика кеүек үк, ике йылдан буласаҡ Башҡортостаныбыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейын үткәреүгә әҙерләнә.
Читайте нас: