Быйыл да Дедово ҡарттар йортонда Ололар көнө үҙенсәлекле үтте. Беҙгә Күмертау психо-неврология интернатынан үҙешмәкәр артистар килде (беҙ уларҙың бер бүлексәһе булып торабыҙ).
Интернат директоры Ибраһимов Ринат Ғафур улы барыһын да Ололар көнө менән йылы ҡотланы, сәләмәтлек, күңел тыныслығы теләне һәм социаль хеҙмәттәр алыусы 19 кешегә аҙыҡ-түлек йыйылмаларын тапшырҙы.
Шунан ҡунаҡтар концерт программаһын күрһәтте. Күңелдәрен һалып башҡарылған йырҙар һәм бейеүҙәр инәйҙәрҙең дә, бабайҙарҙың да йөрәгенә хуш килде. Уларға килеүҙәре, иғтибарҙары өсөн рәхмәт белдерҙеләр. Бындай ваҡиғалар йыш булмай, был осрашыу пациенттарыбыҙҙың тормошон йәнләндерҙе, байрамға яңы тәьҫораттар өҫтәне.