+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Октябрь 2017, 12:28

Киләсәктәге яҡшы уңыш өсөн

Иген культураларын урыу һәм мал аҙығы әҙерләү менән бер рәттән район хужалыҡтары туңға һөрөү менән мәшғүл. Был агротехник ысул- яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы үткәреү өсөн мөһим шарт.

Иген культураларын урыу һәм мал аҙығы әҙерләү менән бер рәттән район хужалыҡтары туңға һөрөү менән мәшғүл. Был агротехник ысул- яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы үткәреү өсөн мөһим шарт.
Әлеге көндә, иртәнге ҡырауҙар һәм ямғырҙар арҡаһында, “Искра” йәмғиәте механизаторҙары оператив режимда эшләй. Туңға һөрөүҙә ҡеүәтле Т-150 һәм ХТЗ тракторҙарынан торған тулы бер механикалаштырылған отряд эшләй. Тракторсылар Евгений Кривов, Владислав Шибаев, Сергей Вьюров улар менән идара итә. Баҫыуҙарҙың береһендә Николай Анчин менән осраштыҡ.
Механизатор менән әңгәмәнән уның ауыл хужалығында 30 йылдан ашыу эшләүе хаҡында мәғлүм булды. Ошо ваҡыт эсендә ул водитель дә, экскаваторсы ла булған, сәсеүҙә, мал аҙығы әҙерләүҙә эшләгән, ер һөрөүгә генә тәү тапҡыр тотонған. Был эште лә механизатор уңышлы башҡара, сөнки ул техниканы яҡшы белә, ваҡ-төйәк ватылыуҙарҙы шунда - баҫыуҙа уҡ юҡ итә, трактор менән оҫта идара итә.
Читайте нас: