-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Октябрь 2017, 12:27

Сирҙе еңеп була

“Диабетты еңеп, йәшәргә!” Бөтә Рәсәй мәғлүмәти-профилактик акцияһы ил буйынса бара.

“Диабетты еңеп, йәшәргә!” Бөтә Рәсәй мәғлүмәти-профилактик акцияһы ил буйынса бара.

Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә үткәрелгән саралар комплексының инициаторы булып спорт-сы Ирина Слуцкая етәкселегендәге Ирекле физкультура союзы тора. Илебеҙҙең күпселек республикалары һәм өлкәләре был заманыбыҙҙың иң социаль-ҡурҡыныс ауырыуы-шәкәр диабетын профилактикалауға һәм уның менән көрәшкә ҡушыла. Был акция сиктәрендә үткәрелгән саралар диабетты еңеп булыуын, бының өсөн даими тырышлыҡ һалырға кәрәклеген күрһәтә. Фёдоровка үҙәк дауаханаһының табип-эндокринологы Ф. Мәсәғүтова хәбәр итеүенсә, районыбыҙҙа икенсе типтағы диабет менән ауырыусылар һаны йылдан-йыл арта. Һәр ун йыл һайын ауырыуҙар икәләтә күбәйә.

Фигуристканың, шулай уҡ белгестәрҙең фекере буйынса, нәҡ көндәлек әүҙемлек ауырыуҙы контролдә тоторға һәм сәләмәтлегеңде үҙ аллы яҡшыртырға ярҙам итә.


Үҙ хәбәрсебеҙ.

Читайте нас: