+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Октябрь 2017, 12:26

Ҙур стажлы фермер

Еңел булмаған эштә Фаяз Ташбулатов үҙен ҡатмарлы 1990 йылдарҙа һынап ҡарарға була. Бер нисә йылдан һуң дәүләт финанс ярҙамынан башҡа ла ауыл хужалығын алып барырға мөмкин булыуын аңлай, ауыл хужалығы продукцияһына һорау һәм хаҡ ҡына булһын.

Фаяз Мансур улы Юлдаш ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлаған, Дедово һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәренә эйә булған. Армиянан һуң өйләнгән, ғаиләһен тотоу өсөн бер нисә йыл төҙөүсе булып эшләгән.
Фермер булып китергә уға ағаһы кәңәш иткән. Ауыр эштән ҡурҡмаған Фаяз Мансур улы был тәҡдимде кире ҡаҡмаған. Был эшкә ҙур теләк һәм тырышлыҡ менән тотонған, эшһөйәрлеге арҡаһында ныҡлы хужалыҡ булдырған һәм үҫтерә башлаған.
Фермер атаһының, әсәһенең һәм үҙенең пайынан торған өс участ-канан башлап ебәргән. Тәүге йылда 10-ар гектар борсаҡ, бойҙай, сөгөлдөр, көнбағыш һәм башҡа культуралар сәскән. Яҡшы уңыш алған һәм уны килемле һата алған. Шулай, туғандары ярҙамында аяғына баҫҡан.
Әле 100 гектар майҙанда фермер бойҙай, ҡарабойҙай һәм көнбағыш үҫтерә. Шулай уҡ хужалығында һыйырҙар, һимертеүгә үгеҙҙәр, ҙур булмаған һарыҡ көтөүе тота. Үҫемлекселекте һәм малсылыҡты һөҙөмтәле алып барыу өсөн техника һатып алған.
Читайте нас: