+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2017, 14:04

Һаҡ булығыҙ: бешмә ауырыуы

Туймазы районында малдарҙа йоғошло бешмә ауырыуы асыҡланған.

Туймазы районында малдарҙа йоғошло бешмә ауырыуы асыҡланған. Яҡынса фаразлауҙар буйынса, вирус республикаға Урта Азиянан килгән. Вирустың артабанғы таралыуын булдырмаҫ өсөн ауырыу малдар юҡ ителгән. Шәхси ихаталарҙағы һәм ауыл хужалығы предприятиеларындағы ҡалған мал-тыуарға бушлай привика эшләнә.

Башҡортостан Башлығы указы менән 5 октябрҙән Туймазы районының айырым ауылдарында бешмә сире менен зарарланған һуңғы баш мал юҡ ителгәндән алып 21 көнгә тиклем карантин иғлан ителде. Зарарлы торлаҡ пункттарҙан сығыу юлдары ябылған, һаҡлау саралары менән йыһазландырылған постар ҡуйылған, белгестәр ихаталарҙы һәм фермаларҙы дезинфекциялай.

Фёдоровка районы халҡын шәхси хәүефһеҙлеккә иғтибар бирергә саҡырабыҙ: санкцияланмаған сауҙа урындарынан ветеринария күҙәтеүе документтары булмаған һөт, һөт продукттары, ит һатып алмағыҙ.

Белешмә.Бешмә- малдарҙың хәүефле йоғошло ауырыуы булып тора, ул кешегә лә йоғорға мөмкин. Ауырыу малсылыҡҡа етди зыян килтерә. Кешеләр һөт һәм тейешенсә бешмәгән итте ҡулланғанда зарарлана ала. Ауырыуҙы малдар янында йөрөгәндә лә йоҡторорға мөмкин.

Үҙ хәбәрсебеҙ.

Читайте нас: