+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2017, 14:05

Донъя тотҡаһы һин, ҡатын-ҡыҙ

Көҙҙөң бер аяҙ көнөндә редакция йомошо менән Үрге Яуыш ауылына барҙым. Үҙемә кәрәкле кешенең адресын теүәлләү маҡсаты менән селтәр аша ҡом иләгән йәш ҡатын эргәһендә туҡтаным. Мәрәкәләп: “Ике биҙрәләп ҡом ташырға оят түгелме?”-тип һораным. “Юҡ,- тип көлөп ебәрҙе ул. –Мин нимә ул, эстә әсәйем стенаны штукатурлай”.

Көҙҙөң бер аяҙ көнөндә редакция йомошо менән Үрге Яуыш ауылына барҙым. Үҙемә кәрәкле кешенең адресын теүәлләү маҡсаты менән селтәр аша ҡом иләгән йәш ҡатын эргәһендә туҡтаным. Мәрәкәләп: “Ике биҙрәләп ҡом ташырға оят түгелме?”-тип һораным. “Юҡ,- тип көлөп ебәрҙе ул. –Мин нимә ул, эстә әсәйем стенаны штукатурлай”.

Ҡыҙыҡһынып ихатаға үттем. Ысынлап та, өлкән йәштәге бер мөләйем инәй өйгә терәтеп эшләнгән төкәтмәне штукатурлай ине. Бер-ике минут эшенә һоҡланып ҡарап торҙом. Һөйләшеп киттек. Баҡһаң, ул Ишмөхәмәт ауылында тыуып-үҫкән Яҡупова Сәлиха Әхмәт ҡыҙы, белгеслеге буйынса техник-төҙөүсе икән. Йәш сағында Украинаның Одесса, Луганск, Молодогвардейск һәм башҡа ҡалаларында заводтар төҙөүҙә ҡатнашҡан. Бөтә СССР буйынса төҙөлгән объекттарҙа уның да өлөшө аҙ түгел. Ғаилә ҡороп, артабанғы хеҙмәт юлын урындағы колхоздың малсылығында дауам иткән. Әле хаҡлы ялда. Ирҙәренең ҡайҙалығы менән ҡыҙыҡһындым. “Уларҙың ваҡыты юҡ, эштәләр, ураҡ бара бит”,- тинеләр.

Бына шулай, һәүетемсә генә, ҡулдарынан килгәнсә, бер нимәгә лә ялыу итмәйенсә, әсәһе менән ҡыҙы үҙҙәренең дә, яҡындарының да йәшәү шарттарын яҡшырта. Уларға сәләмәтлек, эштәрендә уңыштар теләп, үҙ эшем буйынса киттем.

Улар эргәһенән киткәс, бына бит ниндәй мауыҡтырғыс кешеләр йәшәй, Интернетта түгел, ә эргәбеҙҙә, тип уйланым. Телевизор алдында теләһә ниндәй ток-шоуҙар, “Тура эфирҙар”, мөмкин булған бөтә еренә силикон тултыртып, биҙәнгән һылыуҙарҙың ир-егеттең байлығы, ҡиммәтле бүләктәр бүләк итергә, ҡатын-ҡыҙҙы ожмах тормошо менән тәьмин итергә тейешлеге хаҡында һөйләп ултырыуын, йә иһә бөтмәҫ –төкәнмәҫ сериалдар ҡарап, ваҡыттарын бушҡа үткәрмәйҙәр. Балалар зәңгәр экрандар алдында ултыра һәм бөтә йүнһеҙлекте үҙенә һеңдерә һәм телевизорҙа күрһәтәләр икән, тимәк, был нормаль күренеш тип уйлай (!?). Ошо ике ҡатын һымаҡтарҙы күрһәтһәләр, файҙаһы күберәк булыр ине. Шундай ҡатындар донъя тотҡаһы ла инде.


Фәнис АҠСУРИН.


Автор фотоһы.



Читайте нас: